+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ғинуар 2023, 11:29

«Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә миллион һум түләргә тәҡдим иткәндәр

Рәсәй Мәғариф министрлығы 2023 йылдан «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә 1 миллион һум түләргә тәҡдим иткән ҡарар проектын әҙерләгән.

«Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә миллион һум түләргә тәҡдим иткәндәр
«Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә миллион һум түләргә тәҡдим иткәндәр

Рәсәй Мәғариф министрлығы 2023 йылдан «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә 1 миллион һум түләргә тәҡдим иткән ҡарар проектын әҙерләгән. Тейешле документ норматив хоҡуҡи акттар проекттары федераль порталында баҫылған.

«2023 йылдан башлап йыл һайын «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһенә һәм призерҙарына аҡса түләргә. Уның күләме: еңеүсегә – 1 миллион һум, призерҙарҙың һәр береһенә  – 500 мең һум», – тиелә документ тексында.

ТАСС хәбәр итеүенсә, «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе», «Рәсәйҙең йыл директоры», «Рәсәйҙең педагог-психологы», «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы», «Йыл оҫтаһы» һәм «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри конкурстары еңеүселәренә 200-шәр мең һум түләргә тәҡдим иткәндәр.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: