+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ғинуар 2023, 08:55

Туристар ағымы арта

Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем Башҡортостанға 1,7 миллион турист килгән.  

Туристар ағымы арта
Туристар ағымы арта

Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем Башҡортостанға 1,7 миллион турист килгән.  

Башҡортостан, 11-се урынға күтәрелеп, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтинг лидерҙары төркөмөнә инде.

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

“Үҫергә урын бар, республика иң популяр ун һәм биш йүнәлеш иҫәбенә инергә һәләтле. Беҙҙә уникаль тәбиғәт, бай мәҙәни-тарихи мираҫ, шифаханалар, саңғы үҙәктәренең үҫешкән селтәре бар”, - тип яҙа ул.

Республикала социаль, ваҡиғалы этнотуризм үҫешә. Мәктәп һәм сәнәғәт туризмы, "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" махсус программалар ҡабул ителгән. Алда юлсыларҙы хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү, ҡунаҡханалар эшен яйға һалыу, рекламаны көсәйтеү бурыстары тора.

Автор:
Читайте нас: