-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ғинуар , 14:18

«Һөт кухняһы» балалар өсөн печенье етештерә башланы

Бөгөндән республикала «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, балалар өсөн ҡәҙимге һөт ризыҡтарынан тыш, үҙҙәре етештергән печенье һатып алырға мөмкин.

«Һөт кухняһы» балалар өсөн печенье етештерә башланы
«Һөт кухняһы» балалар өсөн печенье етештерә башланы

Бөгөндән республикала «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, балалар өсөн ҡәҙимге һөт ризыҡтарынан тыш, үҙҙәре етештергән печенье һатып алырға мөмкин. Уны Белоретта сығара башланылар.

«Идеяны бойомға ашырғансы бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Башта ихтыяж анализланды, яңы ҡорамалдар һатып алынды, печенье файҙалы булһын өсөн, рецепт бик ентекле һайланды. Һуңынан уның составын Роспотребнадзор белгестәре тикшерҙе. Дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ был тәмлекәсте балаларға 6 айҙан уҡ бирә башларға мөмкин икәнлеген раҫлай. Сабыйҙар өсөн печенье ике төрлө. Береһе – кальций, икенсеһе тимер менән байытылған», – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығы хакимиәтенән.

Республикала аҙ килемле ғаиләләрҙән 26 мең баланың сифатлы һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин ителеүен билдәләп китәбеҙ.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас в