-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ғинуар , 12:00

Мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибе раҫланды

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланы.

Мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибе раҫланды
Мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибе раҫланды

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланы. Документ дүшәмбе, 23 ғинуарҙа, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бойороҡҡа ярашлы, мобилизацияланғандарға айлыҡ социаль түләүҙәр уларҙы хәрби вазифаға тәғәйенләгән көндән алып унан бушатылған көнгә тиклем башҡарылырға тейеш. Контракт төҙөгәндә был аҡса ул үҙ көсөнә ингәнгә тиклем иҫәпләнә. Тулы булмаған календарь ай өсөн пособие күләме ошо ай эсендә хеҙмәт иткән көндәрҙең һаны буйынса билдәләнә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда ҡабул ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә күләмле ярҙам программаһы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-24/glava-minoborony-rossii-utverdil-poryadok-nachisleniya-sotsvyplat-mobilizovannym-3116315

Автор:
Читайте нас в