+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Января 2023, 06:14

Ковидтан йәнә ике ғүмер өҙөлгән

Башҡортостанда ике тәүлек рәттән коронавирустан үлем осраҡтары теркәлә: уҙған тәүлектә ике яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән, унан алда иһә инфекциянан өс ауырыу вафат булғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидтан йәнә ике ғүмер өҙөлгәнКовидтан йәнә ике ғүмер өҙөлгән
Ковидтан йәнә ике ғүмер өҙөлгән

Башҡортостанда ике тәүлек рәттән коронавирустан үлем осраҡтары теркәлә: уҙған тәүлектә ике яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән, унан алда иһә инфекциянан өс ауырыу вафат булғайны, тип хәбәр итәләр республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Пандемия башланғандан алып ковид ҡорбандары 5 978 иҫәпләнә.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә коронавирус 66 ауырыуҙа асыҡланған. Әле стационарҙа унан дауаланыусылар – 140, 99-ы – оло йәштәгеләр. Һигеҙ сырхауҙың хәле ауыр, ти табиптар. Амбулатор шарттарҙа 1 088 сирле дауа ала, 327-һе – 60-ты уҙған ханымдар һәм уҙамандар.

Тәүлек эсендә коронавирустан сәләмәтләнеүселәр – 81.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас