-8 °С
Болотло
2022 йылдың ноябрендә Башҡортостанда пенсионерҙарҙың дөйөм һаны 1,152 миллион тирәһе кеше тәшкил иткән.
Уларҙың 176,7 меңе эшләп йөрөгән. Был хаҡта республика статистиктары хәбәр итте.
Сағыштырыу өсөн: 2022 йылдың ғинуарында республикала 1,149 миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнгән, уларҙың 186,5 мең самаһы эшләгән.
2022 йылдың ноябрь башына Башҡортостанда тәғәйенләнгән уртаса пенсия 18 043 һумға еткән.
2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә эшләмәгәндәр өсөн пенсия 4,8 процентҡа арттырылды.