+9 °С
Облачно


Utair авиакомпанияһы Өфөнән Силәбегә тура даими рейстар аса.
Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралдән тәүге пассажирҙар Өфө аэропортынан Уралдың сәнәғәт үҙәгенә – Силәбе ҡалаһына осорға мөмкин.
Рейстар аҙнаһына ике тапҡыр: шаршамбы һәм йома көндәрендә башҡарыла. 70 пассажирға иҫәпләнгән ATR-72 самолетында юлға 1 сәғәт 20 минут ваҡыт китә.