-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ғинуар , 11:58

Газ үткәреүгә – мөһим иғтибар

Башҡортостанда шәхси торлаҡ төҙөүгә ҡеүәтле этәргес биргән газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыуҙы төҙөлөшкә ярҙам сараларының береһе тип әйтергә мөмкин. Республикабыҙ ер участкаларына тиклем газ һуҙыу буйынса сараларҙы үтәү йәһәтенән Рәсәй субъекттары рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала раҫланған план-графикка ярашлы, газ үтмәгән 1 439 тораҡ пункттағы 31 607 йортҡа газ үткәреү ҡаралған. Бөгөнгә халыҡтан 33 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән, шуларҙың 32 меңдән ашыуы буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас в