-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ғинуар , 08:25

Өфөгә грек-рим көрәше буйынса ярыш була

7-9 февралдә Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола.

Өфөгә грек-рим көрәше буйынса ярыш була
Өфөгә грек-рим көрәше буйынса ярыш була

7-9 февралдә Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола.

 

Турнир Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелә. Башҡортостандың баш ҡалаһына чемпион исемен яулар өсөн иң көслө спортсылар килә. 

Чемпионатта Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнаша. Республиканың йыйылма командаһына Белорет мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Сәид-Хөсәйен Бакаев, Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, спорт мастеры Нохчо Лабазанов, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй чемпионаты призеры, донъя һәм Европа беренселеге еңеүсеһе Ислам Опиев инде. Шулай уҡ команда составында келәмгә Максим Криницин, Аркадий Арикян, Александр Чегодаев, Фәнис Вәлитов, Данила Назаров, Алан Амриев, Эрик Шамилов, Басхан Саидов һәм Адлан Әмриев сыға.

Автор:
Читайте нас в