-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ғинуар , 12:50

Башҡортостан — Милли туристик рейтинг лидерҙары иҫәбендә

 «Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем республикаға 1,7 миллион турист килгән, быйыл иһә 2 миллионды көтәбеҙ. Социаль, ваҡиғалар, этнотуризмды үҫтерәбеҙ. Мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалы эшләй, «Оҙон ғүмер» программаһы сиктәрендә өлкән быуын вәкилдәре республика буйлап сәйәхәт ҡыла. Юл буйы сервисын үҫтерәбеҙ, беҙгә ҡунаҡханаларҙың кимәлен күтәрергә, рекламаны көсәйтергә кәрәк», — ти Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан — Милли туристик рейтинг лидерҙары иҫәбендә
Башҡортостан — Милли туристик рейтинг лидерҙары иҫәбендә

Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтингта 11-се урынды алды. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, рейтингты төҙөүселәр хәүефһеҙлекте баһалаған, туристик тармаҡтың, ҡунаҡхана инфраструктураһының һәм шифахана-курорт йүнәлешенең үҫеш кимәлен, төбәктең популярлығын иҫәпкә алған.

«Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем республикаға 1,7 миллион турист килгән, быйыл иһә 2 миллионды көтәбеҙ. Социаль, ваҡиғалар, этнотуризмды үҫтерәбеҙ. Мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалы эшләй, «Оҙон ғүмер» программаһы сиктәрендә өлкән быуын вәкилдәре республика буйлап сәйәхәт ҡыла. Юл буйы сервисын үҫтерәбеҙ, беҙгә ҡунаҡханаларҙың кимәлен күтәрергә, рекламаны көсәйтергә кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы.

Республика иң популяр ун һәм хатта биш йүнәлеш иҫәбенә лә инергә мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙҙең тәбиғәтебеҙ үҙенсәлекле, бай мәҙәни һәм тарихи мираҫыбыҙ бар, шифаханалар, тау саңғыһы үҙәктәре селтәре үҫешкән, — тине республика етәксеһе. — Иң мөһиме — системалы эш. Туризм өлкәһе иҡтисадыбыҙҙа мөһим урынды биләй, шуға күрә был тема менән даими шөғөлләнеүҙе дауам итербеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-23/bashkiriya-v-chisle-liderov-natsionalnogo-turisticheskogo-reytinga-po-itogam-2022-goda-3115147

Автор:
Читайте нас в