

Башҡортостанда 2022 йылда 945 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала торлаҡ менән тәьмин ителде, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Былтыр республика ҡалалары һәм райондары етем балалар өсөн 1,5 миллиард һумдан ашыуға торлаҡ һатып алыуға килешеүҙәр төҙөгән. Был сумма 2021 йылдағы финанслауҙан 60 процентҡа күберәк.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин әйтеүенсә, федераль һәм республика бюджеттарынан ошо маҡсатҡа бүленгән аҡса йөҙ процентҡа тиерлек тотонолған.
Фото БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтынан.