+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Января 2023, 03:20

Маршрутҡа яңы «НефАЗ»дар сыҡты

«НефАЗ» маркалы тағы 35 яңы автобус Өфө маршруттарына сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Маршрутҡа яңы «НефАЗ»дар сыҡтыМаршрутҡа яңы «НефАЗ»дар сыҡты
Маршрутҡа яңы «НефАЗ»дар сыҡты

«НефАЗ» маркалы тағы 35 яңы автобус Өфө маршруттарына сыҡты.

Республика уларҙы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә һатып алған. Алдағы ике йылда дәүләт ташыусыһына ҡала маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн газ-мотор яғыулығында эшләгән 85 ҙур класлы автобус бүленергә тейеш. Яңы күсмә состав Дәүләт транспорт лизинг компанияһы аша ғәмәлгә ашырылған дәүләт ҡатнашлығындағы программалар буйынса һатып алынған. 35 автобусҡа контракт суммаһы 493,5 миллион һум тәшкил иткән. Яңы автобус асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Яңы автобустар 75-се «Пушкин сауҙа-сервис комплексы – Амстар йәмғиәте» маршруты буйынса йөрөй башланы.

Валерий Шахов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас