+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Января 2023, 05:20

Филармония композитор Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләй

Башҡорт дәүләт филармонияһы билдәле композитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың исемен йөрөтә (1914-1993). Йыл һайын ғинуар айында филармония коллективы күренекле башҡорт музыка сәнғәте эшмәкәренең ижади мираҫына арналған проект менән сығыш яһай. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Филармония композитор Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләйФилармония композитор Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләй
Филармония композитор Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләй

Башҡорт дәүләт филармонияһы билдәле композитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың исемен йөрөтә (1914-1993). Йыл һайын ғинуар айында филармония коллективы күренекле башҡорт музыка сәнғәте эшмәкәренең ижади мираҫына арналған проект менән сығыш яһай.

Быйыл да Хөсәйен Әхмәтов өс тиҫтәгә яҡын эшләгән филармония сәхнәһендә уның популяр йырҙары, романстары һәм «Һаҡмар һандуғасы» сюиталары яңғыраясаҡ.

«Һандуғас моңо» концертында Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, филармония солистары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты һәм сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашасаҡ.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас