+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Января 2023, 10:19

Вирустың көсө кәмегәндән-кәмей

Тәүлек эсендә республикала коронавирус 73 ауырыуҙа асыҡланған (кисә вирус йоҡтороусылар 78 ине). Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирустың көсө кәмегәндән-кәмейВирустың көсө кәмегәндән-кәмей
Вирустың көсө кәмегәндән-кәмей

Тәүлек эсендә республикала коронавирус 73 ауырыуҙа асыҡланған (кисә вирус йоҡтороусылар 78 ине). Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Пандемия башланғандан алып инфекция 347 меңдән ашыу яҡташыбыҙҙа раҫланған.

 Ковид менән сирләгән 113 яҡташыбыҙ әле дауаханала ята, 80-е – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатай. Өйҙә дауаланыусылар – 1,1 меңдән ашыу, шуларҙың 348-е – өлкән йәштәгеләр.

Йәмғеһе 339,9 меңгә яҡын кеше ковидты еңеүгә өлгәшкән, шуларҙың 145-е аҙаҡҡы тәүлектә һауыҡҡан, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас