

18 ғинуарҙа Өфөлә йәнә белем биреү ойошмаларынан эвакуациялау башланды. Иртән төҙөлөш колледжына һәм сауҙа үҙәгенә мина һалынған тигән хәүефле хәбәр килгән. Барыһына ла бинанан сығырға тура килгән. «Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 1-се һәм 46-сы лицейҙарҙа ла ошондай хәл булған. Балаларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе резерв биналарға күсергәндәр.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кинологтар эттәр менән кабинеттарҙы тикшерә — шикле предмет эҙләй. Ғәҙәттәгесә, ашығыс һәм көс ведомстволарының береһе лә «эвакуация тулҡындары» менән бәйле хәлгә аңлатма бирмәй.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 17 ғинуарҙа Хоҙайбирҙин урамында урынлашҡан 21-се лицей уҡыусыларын эвакуациялауҙары тураһында хәбәр иткәйне.