

Телефон аша мутлашыусылар ҡорбандары республикала кәмемәй.
Үткән ял көндәрендә генә лә полицияға ошо юҫыҡта енәйәт ҡылыуға бәйле 14 хәбәр килгән.
Белореттан 55 йәшлек ҡатынға телефон аша “банк хеҙмәткәрҙәре” иҫәпкә аҡса һалырға һәм артабан уларҙы күберәк суммала сығарырға тәҡдим итә. Ханым енәйәтселәр ҡармағына эләгә һәм 2 миллион һум самаһы аҡсаһын “инвестициялай”, йәғни мутлашыусылар иҫәбенә күсерә.
Өфөлә йәшәүсе 42 йәшлек ҡатынға ялған хоҡуҡ һаҡлау органы һәм банк хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу булған. Шылтыратыусылар ҡатын исеменән билдәһеҙ кешеләрҙең кредит юллауы һәм аҡса урлауы тураһында хәбәр итә. Енәйәтселәр уны кредит юлларға һәм булған аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә күндерә. Ҡатын хәбәргә ышана һәм билдәһеҙ иҫәпкә 700 мең һум аҡса ебәрә.
Бындай хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн, һәр йәһәттән иғтибарлы булырға, банк хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен тоторға кәрәк.