+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ғинуар 2023, 08:40

"Башҡортостан ҡыҙы" еңеүселәр араһында

Кисә Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнде. 

"Башҡортостан ҡыҙы" еңеүселәр араһында
"Башҡортостан ҡыҙы" еңеүселәр араһында

Кисә Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнде. 

Төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев коллегаларын һөнәри байрамы менән тәбрикләне һәм журналистарға, мөхәррирҙәргә ведомство һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

2022 йыл дауамында республикала уҙғарылған ижади конкурстар йомғағы буйынса “Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн” конкурсында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Рәхмәт хаты һәм Башҡортостан журналистары берлегенең Почет грамотаһы тапшырылды.  

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: