-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ғинуар 2023, 09:45

2023 – Уҡытыусы һәм остаз йылы

Уҡытыусы һәм остаз йылында  уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, педагогик хеҙмәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән 53 сараны үҙ эсенә алған республика планы раҫланған.

2023 – Уҡытыусы һәм остаз йылы
2023 – Уҡытыусы һәм остаз йылы

Уҡытыусы һәм остаз йылында  уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, педагогик хеҙмәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән 53 сараны үҙ эсенә алған республика планы раҫланған.

Был хаҡта Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Саралар араһында 13 һөнәри оҫталыҡ конкурсы, спорт саралары бар. Уҡытыусы һәм остаз йылында Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл һәм яңыртылған мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу күҙаллана. Ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, конкурстар, фестивалдәр үткәреү ҡаралған. 2023 йылда йәш ауыл уҡытыусыларына, уҡытыусыларына, производствола уҡытыу мастерҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары тапшырыласаҡ. Гранттар менән шулай уҡ урта профессиональ белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштар билдәләнәсәк.

Автор:
Читайте нас: