

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы проекты әҙерләгән.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уның маҡсаты булып түмәр-солоҡ умартасылығын тергеҙеү һәм туристик маршруттар булдырыу иҫәбенә башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу тора. Программаны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум бүленә.
Түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам итеү буйынса республика программаһының презентацияһы 25 февралгә билдәләнгән Башҡортостан умартасыларының сираттағы форумында була.