

Республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтары көндән-көн кәмей бара, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Аҙаҡҡы тәүлектә ковид 78 яҡташыбыҙҙа раҫланған (кисә был һан 82 ине). Пандемия башланғандан алып республикала ковид менән ауырыусылар 347 меңдән ашыу тәшкил итә.
“Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа коронавирусҡа ҡаршы 120 сырхау көрәшә, күпселеге – өлкәндәр. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1200-гә яҡын, уларҙың 355-е – 65 йәштән өлкәнерәк”, – ти министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.
Республикала әлеге мәлдә коронавирус таралыу коэффициенты – 0,7, Рәсәй буйынса – 1.
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин дауаханаға килтерелеүсе ауырыуҙарҙың үткән аҙнала 39 процентҡа кәмерәк булыуын билдәләне. “Инфекция госпиталдәрендә коронавирустан дауаланыусылар өсөн 330 койка бүленгән, әле шуларҙың 27 проценты буш”, – тине министр.
Фото “Башинформ”дан алынды.