+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Января 2023, 07:04

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыласаҡ

Быйыл Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл, шулай уҡ яңыртылған Мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу күҙаллана. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыласаҡӨфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыласаҡ
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыласаҡ

Быйыл Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл, шулай уҡ яңыртылған Мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу күҙаллана. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

 Рәсәйҙә 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителеүен билдәләп үтәбеҙ. Дәүләт башлығы Владимир Путин 2022 йылдың июнендә тейешле указға ҡул ҡуйған.

Уҡытыусы һәм остаз йылының төп маҡсаты – педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең айырым статусын таныу. Шуға күрә лә барлыҡ сараларҙың да уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, һөнәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелеүе осраҡлы түгел, тип белдерҙеләр Мәғариф министрлығында.

Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан республика планына бөтәһе 53 сара индерелгән.

Планда һөнәри оҫталыҡ өлкәһендәге бәйгеләр, Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурстарының төбәк этаптары, төбәк-ара конкурстар, «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй студенттар конкурсы бар. Бынан тыш, Башҡортостанда ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик форумдар һәм фестивалдәр ойоштороласаҡ. 

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас