

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты аттракциондарҙың хәүефһеҙлеген арттырыуға ҡағылышлы закон проектын хупланы. Документ ғинуар аҙағындағы пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа ҡабул ителеүе мөмкин ителде, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.
«Закон проекты аттракциондарҙың хәүефһеҙлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән, – ти Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Юридик шәхестәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың аттракциондарҙың техник торошона һәм уларҙы файҙаланыуға мотлаҡ талаптарҙы үтәүен дәүләт күҙәтеүенә алырға тәҡдим ителә. Законды ҡабул итеү ошо өлкәләге хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен көйләй. Дәүләт күҙәтеүе республикала аттракциондарҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итергә тейеш», – тип йомғаҡ яһаны Толкачев.