+17 °С
Облачно


Өфөгә Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһына ил президенты Владимир Путин килде.
Ул «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың беренсе етәксеһенең табуты янына сәскәләр һалды һәм бер аҙ тын торҙо.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мортаза Рәхимов Башҡортостанға 1990-2010 йылдарҙа етәкселек итте. Республиканың беренсе президенты 11 ғинуарҙа 89-сы йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Мортаза Рәхимов Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнде.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.