

19 ғинуарҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында БР Милли симфоник оркестрының “Башҡорт музыкаһының алтын биттәре” тип аталған икенсе ҙур абонемент тамашаһы күрһәтелә. Әгәр тәүге абонемент концерт республиканың йәш композиторҙары ижадына арналған булһа, икенсеһе иһә оло быуын ижадкәрҙәре: Рафаил Ҡасимов һәм Илдар Хисаметдиновтың мәшһүр әҫәрҙәренән торған моңдаръяһына саҡыра. Милли симфоник оркестрҙың баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге тамашала башҡорт классик әҫәрҙәренең иң-иңдәре яңғыраясаҡ. БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союздары ағзаһы Илдар Хисаметдинов тамашасылар хөкөмөнә ҡыллы оркестр өсөн яҙылған биш башҡорт көйөн, скрипка һәм оркестр өсөн “Азамат” фантазияһын, оркестр һәм кларнет өсөн концерт-рапсодияһын һәм симфоник оркестр өсөн “Бах исемендәге йыһан” әҫәрен тәҡдим итә.
Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союздары ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Рафаил Ҡасимовтың иҫ киткес моң палитраһынан өс симфоник әҫәр яңғыраясаҡ:
- Икенсе донъя һуғышының 60 йыллығына арналған 7-се симфония;
- “Шүлгәнташ мәмерйәһендә” һәм “ Азеопаның 4 куплеты” симфоник картиналары премьералары.
Ике аҫыл башҡорт музыка әһеленең был концерты халҡыбыҙҙың милли мираҫ ҡеүәтен сағылдырып, йөрәктәрегеҙҙе тыуған яҡ моңдарына сорнар, дуҫтар! Моң иленән ситтә ҡалмағыҙ, тамаша киске 19.00 сәғәттә башлана.