+19 °С
Облачно


Иртәнге сәғәт 9-ҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында кисә баҡыйлыҡҡа күскән Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһы башланды.
Матәм митингыһы сәғәт 12-лә була. Уны тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш каналы, “Башҡортостан 24” һәм “Бөтә Өфө” телеканалдары күрһәтә.
Мортаза Рәхимовты Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләйҙәр.
Олег Яровиков фотоһы.