+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Января 2023, 04:35

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Мортаза Рәхимов тураһында: «Тотош дәүер китеп барҙы»

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың вафат булыуына бәйле фекере менән уртаҡлашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Мортаза Рәхимов тураһында: «Тотош дәүер китеп барҙы»Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Мортаза Рәхимов тураһында: «Тотош дәүер китеп барҙы»
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Мортаза Рәхимов тураһында: «Тотош дәүер китеп барҙы»

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың вафат булыуына бәйле фекере менән уртаҡлашты.

«Тотош дәүер, Башҡортостандың беренсе президенты китеп барҙы. Ул республикаға бик ауыр ваҡытта, билдәһеҙлек шарттарында һәм ил тарҡалған осорҙа етәкселек итте, бөтә шарттарға ҡарамаҫтан, уны күп күрһәткестәр буйынса алдынғылыҡҡа сығарҙы, халыҡҡа яңы йәшәү сифаты бирҙе, артабанғы үҫеш өсөн нигеҙ һалды, — тип билдәләне Константин Толкачев.  — Үҙенең ҡайнап торған көс-ҡеүәте, намыҫлы эше, кешеләргә мөнәсәбәте менән ул хеҙмәттәштәренең абруйын яуланы һәм уны белгәндәрҙең ихтирамын ҡаҙанды. Ул ғүмерен республикаға бағышланы. Һуңғы көндәренә тиклем уның именлеге өсөн эшләне. Уның яҡты донъянан китеүе — барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу».

Автор:
Читайте нас