+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2023, 04:50

Сит илдәр менән бәйләнеш үҫеш кисерә

Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылдың ғинуар-октябрендә 15,4 процентҡа артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сит илдәр менән бәйләнеш үҫеш кисерәСит илдәр менән бәйләнеш үҫеш кисерә
Сит илдәр менән бәйләнеш үҫеш кисерә

Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылдың ғинуар-октябрендә 15,4 процентҡа артҡан.

Экспортҡа оҙатылған тауарҙар күләме 19 процентҡа күберәк булған. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов белдереүенсә, быға башҡалар иҫәбендә экспортсыларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ иткән. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 67,6 миллион һум аҡса бүленгән. Аҡса экспортҡа тауарҙар ташыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн һәм экспорт контракттарын үтәмәгән өсөн һалынған штрафҡа киткән сығымдарҙың бер өлөшөн, шулай уҡ “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектына йүнәлтелгән. Икенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урынды биләй.

Атап үтелгән мәсьәлә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ҡаралды.

Автор:
Читайте нас