+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2023, 05:15

Президент 2023 йылға төп бурыстарҙы билдәләне

Рәсәй президенты Владимир Путин быйыл хөкүмәт ағзалары менән тәүге кәңәшмәһендә ағымдағы йылға эштең алты төп йүнәлешен атаны. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Президент 2023 йылға төп бурыстарҙы билдәләнеПрезидент 2023 йылға төп бурыстарҙы билдәләне
Президент 2023 йылға төп бурыстарҙы билдәләне

Беренсе йүнәлеш – тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм яңы логистик коридорҙар төҙөү. Артабан юл һәм башҡа инфраструктураны, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү бурысы тора. Өсөнсө мәсьәлә – Рәсәй иҡтисадының технологик мөмкинлектәрен арттырыу, яңы производстволар һәм эш урындары асыуға этәргес биреү.

Дүртенсеһе – илдең финанс суверенитетын нығытыу. Был юғары технологиялы компанияларға, сәнәғәткә, ауыл хужалығына һәм башҡа тармаҡтарға инвестицияларҙы үҫтереү өсөн мөһим шарт. Бишенсе бурыс – иҡтисади сәйәсәт сараларын кешеләрҙең реаль хеҙмәт хаҡы һәм килеме артыуына, ә социаль ярҙам саралары менән бергә, тәү сиратта, балалы ғаиләләргә, фәҡирлекте һәм тигеҙһеҙлекте артабан кәметеүгә алып килерлек итеп төҙөү. Алтынсы йүнәлеш – демография өлкәһендәге киҫкен проблемаларҙы хәл итеү.

Ошо йүнәлештәр буйынса эш Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрен, шул иҫәптән яңы субъекттарын үҙ эсенә алырға тейеш.

Фото:kremlin.ru

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-11/rost-zarplat-otkrytie-novyh-proizvodstv-prezident-nazval-zadachi-raboty-pravitelstva-v-2023-godu-3101406

Автор:
Читайте нас