+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2023, 08:42

Ковидтың “кракен” тигән төрөн йоҡтороусы асыҡланған

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының яңы  – “кракен” тигән төрөн йоҡторған тәүге ауырыу асыҡланған, тип яҙып сыҡты “Башинформ”, Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә һылтанма яһап. Вирустың был штамын йоҡтороу Пенза өлкәһендә лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидтың “кракен” тигән төрөн йоҡтороусы асыҡланғанКовидтың “кракен” тигән төрөн йоҡтороусы асыҡланған
Ковидтың “кракен” тигән төрөн йоҡтороусы асыҡланған

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының яңы  – “кракен” тигән төрөн йоҡторған тәүге ауырыу асыҡланған, тип яҙып сыҡты “Башинформ”, Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә һылтанма яһап. Вирустың был штамын йоҡтороу Пенза өлкәһендә лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған икән.

“Омикрон" субварианты вирусы – XBB.1.5 “Кракен”ды йоҡтороуҙың беренсе осрағы Пенза өлкәһендә теркәлгән”, – тиелә Роспотребнадзорҙың пресс-релизында.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә “омикрон”дың төрлө варианттары билдәләнгән, ВА.5. линияһы өҫтөнлөк итә. “Дельта” варианты 2021 йылдың икенсе яртыһында ныҡ таралғайны, 2022 йылдың көҙөндә ул һирәкләп асыҡланды. Һуңғы айҙарҙа коронавирустың башҡа төрҙәре теркәлгәне булманы.

Коронавирустың “кракен” төрө сирҙең башҡа штамдарынан ауырыраҡ түгел, ләкин ул тиҙ йоға һәм ныҡ тарала, ти белгестәр.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас