+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2023, 05:35

Ауыл хужалығына иғтибар ҙур

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағында ҡорамалдарҙы һәм техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хужалығына иғтибар ҙурАуыл хужалығына иғтибар ҙур
Ауыл хужалығына иғтибар ҙур

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағында ҡорамалдарҙы һәм техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. 

Былтыр 12,8 миллиард һумға 3223 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 800 миллион һумға күберәк. «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән контракт буйынса һатып алынған ҡорамалдар күләменең дөйөм хаҡы 3,7 миллиард һум булған. Был 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,6 миллиард һумға күберәк. Ошо күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында 3-сө урынды биләй. 2021 йылда 5-се урында килгәнбеҙ.

Әйткәндәй, ауылға эшкә ҡайтыусы йәш белгестәргә күрһәтелгән ярҙам суммаһы быйыл 500 меңдән 750 мең һумға тиклем күтәрелде. Ярҙамды алыр өсөн Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына 26 ғинуарға тиклем ғариза бирергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас