+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Января 2023, 06:50

Шишмә районындағы Мөхәмәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә – 70 йыл

Шишмә районында Мөхәмәтовтар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Ғараф Насретдин улы менән Тәслимә Нәжметдин ҡыҙы 70 йыл элек, 31 декабрҙә, Шишмә районының Сайран ауыл советында яҙылышҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шишмә районындағы Мөхәмәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә – 70 йылШишмә районындағы Мөхәмәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә – 70 йыл
Шишмә районындағы Мөхәмәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә – 70 йыл

Шишмә районында Мөхәмәтовтар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Ғараф Насретдин улы менән Тәслимә Нәжметдин ҡыҙы 70 йыл элек, 31 декабрҙә, Шишмә районының Сайран ауыл советында яҙылышҡан.

Әлеге көндә Мөхәмәтовтар Яңы Сайран ауылында йәшәй. Ғүмер буйына колхозда эшләгәндәр. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер уларҙың 5 ейән-ейәнсәре һәм 5 бүлә-бүләсәре бар.

Мөхәмәтовтар ғаиләһен иҫтәлекле көндәре менән тәбрикләргә Шишмә районының ЗАГС бүлеге начальнигы Әлфирә Ғәлиева ла килде. Ул юбилярҙарға ныҡлы һаулыҡ, изгелек, тыныслыҡ, оҙон ғүмер теләне.

Был көндө Мөхәмәтовтар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау хаты алды.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты

Автор:
Читайте нас