+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Января 2023, 04:30

Башҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үтте

Башҡорт әкиәттәре һәм легендалары аудиокитап итеп сығарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үттеБашҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үтте
Башҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үтте

Башҡорт әкиәттәре һәм легендалары аудиокитап итеп сығарыла.

Әкиәттәрҙе тауышлы итеү өсөн балалар һәм үҫмерҙәр араһында 7-10 ғинуарҙа кастинг үткәрелде. Һайлап алынған балаларҙы өс ай буйына сәхнә телмәре, актер оҫталығы, һынлы сәнғәт буйынса уҡыу, тауыш яҙҙырыу студияһында эш көтә.

Аудиокитаптарҙы һәм рәсемле методик ҡулланма комплекттарын Өфө һәм республика балалар баҡсаларының уҡытыу-тәрбиә биреү процесында файҙаланыу күҙаллана.

«Әкиәт терапияһы» проектын Өфө хакимиәте башлығы грантына «Таланттар планетаһы» һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау һәм танытыу үҙәге» ойошмаһы тормошҡа ашыра.

 

Автор:
Читайте нас