

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа тәүлек эсендә коронавирус 203 ауырыуҙа раҫланған.
Әлеге ваҡытта 135 яҡташыбыҙ стационарҙарҙа зәһәр вирусҡа ҡаршы көрәшә, уларҙың 95-е – 60 йәштән өлкәнерәк. 12 сирленең хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 598, шул иҫәптән 476-һы – өлкән йәштәгеләр.
Уҙған тәүлектә 219 кеше ковидтан һауығыуға өлгәшкән. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә инфекциянан үлем осраҡтары теркәлмәгән, тиҙәр министрлыҡта.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны тулыһынса яһатыусылар – 3 351 122 (планда билдәләнгәндең 134,8 проценты). Ревакцинация үтеүселәр – 983 382.