

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында яңы йылға «Айыҡ ауыл» конкурсы гранты иҫәбенә төҙөлгән спорт һәм балалар майҙансыҡтары асылған. Был – республиканың үҙәктән йыраҡта урынлашҡан ауылдарының береһе, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
Хәҙер бында саф һауала заманса ял үҙәге булдырылған. Ауыл халҡы грант аҡсаһын һаҡсыл файҙалана алған: уйын һәм хоккей майҙансығынан тыш, сәхнә төҙөлгән, мәҙәниәт йорто тирәләй ҡойма ҡуйылған. Аҡсаның бер өлөшөн урамдарҙы яҡтыртыу һәм стеланы монтажлау өсөн тотонғандар.
«Ауыл һиҙелерлек үҙгәрҙе, матурайҙы. Яңы заманса төҙөкләндереү объекттары ҡалҡып сыҡты. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтеп, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә тос өлөш индерергә тырышҡан кешеләрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ», – тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бәләкәй Арыҫланғол 2021 йыл конкурсы йомғаҡтары буйынса «Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсе ауылдар иҫәбенә ингәйне.
Сығанаҡ: «Башинформ».