

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Өфөнөң Сазонов урамындағы 15 фатирҙан торған баракта булған янғындың тағы бер ҡорбаны тураһында хәбәр иттеләр.
«Янғын урынын тикшергән ваҡытта, көндөҙгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә, йәнә бер кешенең кәүҙәһе табылған», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Шулай итеп, утта өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Мәрхүмдәрҙең шәхестәре әлегә асыҡланмаған.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты «ике һәм унан күберәк кешене һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.