-4 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Декабрь 2022, 06:33

Мобилизацияланған яҡташтарҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр

Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың студент балаларына дәүләттән льготалар ҡаралған. Уларҙы түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр, ятаҡтарҙа бушлай йәшәтәләр, матди ярҙам күрһәтәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мобилизацияланған яҡташтарҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләрМобилизацияланған яҡташтарҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр
Мобилизацияланған яҡташтарҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр

Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың студент балаларына дәүләттән льготалар ҡаралған. Уларҙы түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр, ятаҡтарҙа бушлай йәшәтәләр, матди ярҙам күрһәтәләр. Бындай ҡарарҙар республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ултырышында ҡабул ителде. Был хаҡта мәғариф министры Айбулат Хажин социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Льготаларға университет һәм колледж студенттары иҫәп тота ала. Социаль ярҙам сараларын алыу өсөн уларға ғариза менән үҙҙәренең белем биреү ойошмаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас