+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Декабря 2022, 09:33

Ике сырхау вафат, 13-ө ауыр хәлдә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә ковид тағы ике яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, кисә инфекциянан шулай уҡ ике сырхау вафат булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике сырхау вафат, 13-ө ауыр хәлдәИке сырхау вафат, 13-ө ауыр хәлдә
Ике сырхау вафат, 13-ө ауыр хәлдә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә ковид тағы ике яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, кисә инфекциянан шулай уҡ ике сырхау вафат булған.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә коронавирус 334 ауырыуҙа раҫланған (кисә 327 ине). Әле стационарҙа дауаланыусылар – 219, 154-е – өлкән йәштәгеләр. 13 ауырыуҙың хәле ауыр, дүртәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.

Өйҙәрендә дауаланыусылар – 1903, уларҙың 571-е – 60 йәштән олораҡ.

Тәүлек эсендә 285 кеше зәһәр сирҙән һауығыуға өлгәшкән.

Ковидҡа ҡаршы вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 3 340 165. Прививканы ҡабаттан яһатыусылар – 980 716.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас