-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2022, 12:30

Яңы йыл төнөндә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грей сығыш яһай

Шәмбе, 31 декабрҙә, Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) концерты була. Сығыш киске сәғәт 10-да башлана һәм яңы йыл сәғәте һуҡҡансы дауам итә. Барыһына ла инеү ирекле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл төнөндә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грей сығыш яһайЯңы йыл төнөндә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грей сығыш яһай
Яңы йыл төнөндә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грей сығыш яһай

Шәмбе, 31 декабрҙә, Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) концерты була. Сығыш киске сәғәт 10-да башлана һәм яңы йыл сәғәте һуҡҡансы дауам итә. Барыһына ла инеү ирекле.

Артист социаль селтәрҙә үҙенең концерты тураһында бер нисә яҙма менән уртаҡлашҡан.

«Яңы йылды нисек ҡаршылайһығыҙ? Ғаиләгеҙ әллә дуҫтарығыҙ менәнме? Өйҙәме әллә ҡунаҡтамы? Мин Яңы йылды бына шулай ҡаршыларға теләйем: мин сәхнәлә, командам менән сәхнә янында торған тамашасыларҙың күҙҙәренә ҡарап куранттар һуға башлауға нисә секунд ҡалғанын һанайбыҙ. Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш, шуға күрә һеҙҙе 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да Ҡунаҡһарай майҙанында көтөп ҡалам. Инеү бушлай. Ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙ, дуҫтарығыҙ менән килегеҙ. Барыһын да көтәбеҙ!» — тип саҡырҙы артист.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-12-28/elvin-grey-budet-besplatno-vystupat-v-ufe-v-novogodnyuyu-noch-3088649

Автор:
Читайте нас