

Нефтекамала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы геройы Мөхәмәҙулла Вәлиуллин 103 йәшен тултырған. Йөҙйәшәр ғүмер байрамын ғаиләһе менән ҡаршы алған. Улар хәләл ефете Мәғәфиә менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергән, әлеге көндә бик күп ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәләре бар. Мөхәмәҙулла Вәлиуллинды ҡотларға ҡала мэры Эльдар Вәлидов та килгән.
«Бала саҡта Еңеү парадында уға һәм башҡа ветерандарға һоҡланып ҡарағаным иҫемдә, ә хәҙер беҙ уның менән яҡшы дуҫтар, тип ышаныслы әйтә алам. Мин уға йыш ҡына килеп йөрөйөм, бергәләп ултырып һөйләшәбеҙ. Ул ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләй, гел шаярта, ҡолағы насарыраҡ ишетһә лә, һаман теремек әле», – ти Нефтекама хакимиәте башлығы.
Мөхәмәҙулла Вәлиуллин 1919 йылдың 26 декабрендә Ҡарманда тыуған. 1939 йылда мобилизацияланған, ә 1941 йылда фронтҡа киткән. Минометсы һәм элемтәсе булған. Мәскәү янындағы һуғышта яраланғандан һуң госпиталдә дауаланған. Алған яралары әле лә һиҙҙертә, контузия эҙемтәләре арҡаһында олатайҙың бер күҙе генә күрә, насар ишетә. 1945 йылдың 9 майын Мөхәмәҙулла Ғәтиәтулла улы Чехияла ҡаршы алған. Демобилизацияланғандан һуң 7 йыл үткәс кенә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан.
Сығанаҡ: “Башинформ”.