+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Декабря 2022, 12:44

Ғинуар пенсияһы алдан түләнә

Башҡортостанда яңы йыл байрамдарына бәйле ғинуар айы өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғинуар пенсияһы алдан түләнәҒинуар пенсияһы алдан түләнә
Ғинуар пенсияһы алдан түләнә

Башҡортостанда яңы йыл байрамдарына бәйле ғинуар айы өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһендә.

Фондтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һүҙ ғинуарҙың тәүге яртыһында пенсия алған пенсионерҙар хаҡында бара.

«12-һендә кредит учреждениелары аша пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алыусыларға 2023 йылдың ғинуары өсөн аҡса ваҡытынан алда –  2022 йылдың 29 декабрендә күсерелә», –тип өҫтәнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Почта бүлексәләрендә пенсия алыусыларға ул график буйынса 2023 йылдың 3 ғинуарынан башлап таратыла. Аныҡ ваҡыты декабрь өсөн квитанцияла яҙылған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас