+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Декабря 2022, 08:57

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Борис Дудкоға Шайморатов орденын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Борис Дудкоға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Борис Дудкоға Шайморатов орденын тапшырҙыРадий Хәбиров Рәсәй Геройы Борис Дудкоға Шайморатов орденын тапшырҙы
Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Борис Дудкоға Шайморатов орденын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Борис Дудкоға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремль һарайының Георгий залында 33 йәшлек яҡташыбыҙҙы Рәсәй Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы менән бүләкләгәйне.

Һауа-десант ғәскәрҙәре гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһының айырым танк батальоны командиры урынбаҫары үҙенең наградаһын алыу өсөн атаһы, ҡатыны Гөлнара һәм ике балаһы менән килде.

«Ошондай кешеләр – илебеҙ, республикабыҙ даны. Илебеҙҙе һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт, лайыҡлы ул тәрбиәләгән геройҙың ата-әсәһенә рәхмәт, тормош иптәше Гөлнараға рәхмәт, һеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм һаулыҡ теләйем», – тине Радий Хәбиров.

Борис Дудко республика етәксеһенә юғары награда өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Күрһәтелгән ышаныс өсөн республикаға рәхмәт. Республикабыҙ үҙенең геройҙары һәм лайыҡлы кешеләре менән дан тота. Рәсәйгә хеҙмәт итәм»,– тип билдәләне Борис Дудко.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Борис Дудкоға Шайморатов орденын тапшырҙы
Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Борис Дудкоға Шайморатов орденын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас