+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
26 Декабрь 2022, 07:17

Ковид йоҡтороусылар арта

Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Ләкин зәһәр инфекцияны йоҡтороусылар арта, тәүлек эсендә сир 313 ауырыуҙа асыҡланған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковид йоҡтороусылар артаКовид йоҡтороусылар арта
Ковид йоҡтороусылар арта

Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Ләкин зәһәр инфекцияны йоҡтороусылар арта, тәүлек эсендә сир 313 ауырыуҙа асыҡланған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 200 сырхау (шул иҫәптән 144-е оло йәштәге) стационарҙа дауалана. Алты кеше ауыр хәлдә ята, берәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. 1 992 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 598-е 60 йәште уҙған. Тәүлек эсендә 326 кеше һауығып сыҡҡан.

Башҡортостанда 3 334 207 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, был прививка яһатырға тейешле халыҡтың 134,2 процентын тәшкил итә. 60 йәштән өлкәндәр араһында 1 014 139 кеше прививка эшләткән. Вакцинаны ҡабаттан ҡаҙатыусылар – 977 987.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас