

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды.
Беренсе томға V-XVIII быуаттарға ҡараған төрки-башҡорт яҙма ҡомартҡылары инде. Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмаларындағы текстар, төрки шағирҙары Йософ Баласағунлының “Ҡотаҙғу белек”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “ Һибәт әл-хакаик” әҫәрҙәре,Ҡорҡот ата китабы, Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”, Сәиф Сараи, Ҡотоб һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт телендә бирелә. Икенсе томға XVI-XVIII быуаттарҙа ижад ителгән тарихи-функциональ текстарҙан, сәйәхәтнамәләрҙән, Батырша хатынан, Тажетдин Ялсығолов әҫәрҙәренән өҙөктәр, Мәүлә Ҡолой, Утыҙ Имәни, Салауат Юлаев шиғырҙары индерелгән. Антология Өфө университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы уҡытыусы-ғалимдары профессор М.Х.Иҙелбаев, филология фәндәре кандидаты З.Ғ.Мырҙағолова тарафынан төҙөлгән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә. Сарала Тарих тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университеты уҡытыусылары,Өфө университетының ғалимдары ҡатнашты.