+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Декабря 2022, 05:51

Мәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәй

22 декабрҙә матбуғат конференцияһында Башҡортостан мәктәптәрендә кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе күтәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәйМәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәй
Мәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәй

22 декабрҙә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин матбуғат конференцияһында Башҡортостан мәктәптәрендә кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен күтәрҙе.

Министр һүҙҙәренсә, бөгөнгә тотош республикала 1500 уҡытыусы етешмәй.

«Бигерәк тә ҡалала педагогтарға ҡытлыҡ ҙур. Өфөлә генә 200-гә яҡын башланғыс класс уҡытыусыһы кәрәк», — тине Айбулат Хажин.

Педагогия университеты быйыл маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 200 студентты ҡабул итте, юғары уҡыу йортонан һуң улар мотлаҡ мәктәпкә эшкә бара, тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Бынан тыш, Айулат Хажин уҡытыусыларға ярҙам саралары хаҡында әйтте. Улар араһында — шифахана-курортта дауаланыуҙы кире ҡайтарыу, коммуналь түләүҙәр буйынса льготалар, хеҙмәт хаҡын ҡайтанан ҡарау.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-22/stalo-izvestno-skolko-uchiteley-ne-hvataet-v-shkolah-bashkirii-3083151

Автор:
Читайте нас