

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан” ДТРК-һы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре менән тура эфирҙа әңгәмә ҡорҙо.
Һүҙ башлыса республиканың 2022 йылдағы төп ҡаҙаныштары һәм төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында барҙы.
Радий Хәбиров, үтеп барған 2022 йылдың төп ваҡиғаһы булып республика халҡының берҙәмлеге тора, тине. Быны ул әле барған махсус хәрби операцияға бәйле ваҡиғалар менән нигеҙләне.
Радий Фәрит улы үҙенең интервьюһында республиканы, баш ҡала Өфөнө артабан үҫтереүгә йүнләлтелгән күләмле проекттар тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, Өфөнөң Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрен үҫтереү пландары менән уртаҡлашты. Ә ғәмәлдәге эштәргә ҡағылып, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелгән “Стимул” федераль программаһы буйынса ошо биҫтәләрҙе һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү буйынса инженер инфраструктура селтәрҙәрен төҙөү эштәре алып барылыуы тураһында әйтте. Ошо маҡсатҡа республика федераль бюджеттан ун миллиард һум аҡса алған.