+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабрь 2022, 14:52

Пенсионерҙар өсөн – уҡыуға, спортҡа сертификаттар

Республика пенсионерҙары уҡыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йәки ял итеүгә сертификат алырға мөмкин.

Пенсионерҙар өсөн – уҡыуға, спортҡа сертификаттар
Пенсионерҙар өсөн – уҡыуға, спортҡа сертификаттар

Республика пенсионерҙары уҡыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йәки ял итеүгә сертификат алырға мөмкин. Быйыл Башҡортостанда һынау рәүешендә эшләй башлаған проект бик уңышлы булып сыҡты. Ике айҙа 400-ҙән ашыу кешегә сертификат бирелгән, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Сертификат номиналы – 2 мең һум. Уның менән йога, дауалау физкультураһы, һулыш гимнастикаһы, бейеү, һанлы грамоталылыҡ, инглиз теле дәрестәре һәм башҡа шөғөлдәр өсөн түләргә мөмкин. Ололар йүнәлеште үҙҙәре һайлай.

Сертификат алыу өсөн ғариза менән республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сертификат өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәмә документтар талап ителмәй.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: