+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабря 2022, 18:24

Министр мәктәптәрҙә битлек режимын үтәргә кәңәш итә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы каникул башланғансы республиканың белем биреү учреждениеларында битлек режимын үтәргә кәңәш бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Министр мәктәптәрҙә битлек режимын үтәргә кәңәш итәМинистр мәктәптәрҙә битлек режимын үтәргә кәңәш итә
Министр мәктәптәрҙә битлек режимын үтәргә кәңәш итә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы каникул башланғансы республиканың белем биреү учреждениеларында битлек режимын үтәргә кәңәш бирҙе. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ведомство етәксеһе Айбулат Хажин хәбәр итте.

«Бындай ҡарарҙы директор ҡабул итергә тейеш. Мәктәп карантинға ябылһа, бина эсендә байрам саралары уҙғарылмай. Саф һауала ойошторорға мөмкин, был осраҡта һауа торошона ҡарарға кәрәк», – тип билдәләне министр.

20 декабргә республикала өс мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылған: Өфөлә, Асҡын һәм Ҡалтасы райондарында – берәр мәктәп, шулай уҡ Ҡалтасы районында – бер балалар баҡсаһы. Республиканың 50 мәктәбендә 158 класс һәм 13 балалар баҡсаһында 19 төркөм өлөшләтә карантинда.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас