+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабря 2022, 03:15

Мәктәптәр яңы автобус алды

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәр яңы автобус алдыМәктәптәр яңы автобус алды
Мәктәптәр яңы автобус алды

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы.

Бының өсөн өсөн федераль бюджеттан 170,6 миллион һум бүленгән. Быйыл республика бюджеты аҡсаһына (79,5 миллион һумға) 20 яңы мәктәп автобусы һатып алынған. Һуңғы өс йылда Башҡортостандың мәктәп автопаркын 378 автобус тулыландырған, 112-һе – республика бюджеты иҫәбенә, 266-һы – федераль ярҙам менән. Киләһе йылдың ғинуар-мартында республика федераль бюджет иҫәбенә тағы ла ГАЗ маркалы 45 автобус алырға тейеш.

Республика етәксеһе асҡыстарҙы тапшырғандан һуң автобустарҙы ҡараны. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/ GPS, тахографтар менән йыһазландырылған.

Автор:
Читайте нас