

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 273 ауырыуҙа асыҡланған, инфекция бер сырхауҙың ғүмерен өҙгән.
21 декабрь мәғлүмәттәре буйынса, ковид менән сирләүсе 207 яҡташыбыҙ стационарҙа дауалана, уларҙың 145-е – 60 йәштән өлкәнерәк. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 943, 583-ө – оло йәштәгеләр.
Тәүлек эсендә коронавирустан һауығыусылар – 145.
Республикала вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 3 327 480.
Башҡортостанда үткән аҙнала коронавирус менән сирләү кимәле 25 процентҡа артыуын билдәләп үтәбеҙ. Вирус көсһөҙләнде, әммә китергә йыйынмай. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтар!
Фото "Башинформ"дан алынды.