-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабря 2022, 06:50

Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ!

Бөгөн, 21 декабрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында  күренекле актер, драматург, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Йондоҙҙар төнөн һөйләшә...” исемле хәтер кисәһе үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ!Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ!
Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ!

Тамашала – М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры артистары һәм сәхнә оҫтаһының исемен йөрөткән Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры коллективы ҡатнаша.

Сағыу талант эйәһе Илшат Йомағолов бар ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә бағышлай. 50-нән ашыу һоҡланғыс образдар тыуҙыра, кино сәнғәтендә лә йондоҙ булып балҡый. Драматург булараҡ “Нәркәс”, “Семәрле тәхет”, “Сәсәндәр”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк”  һ.б. әҫәрҙәре менән милли драматургиябыҙҙы үҫтереүгә, байытыуға тос өлөш индерә. Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Илшат Йомағолов А.Островскийҙың, Ж.Б.Мольерҙың, Т.Уильямстың бер нисә әҫәрен башҡортсаға тәржемә итә. Ул уҡыған шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр радионың алтын фондында һаҡлана.

 

Хәтер кисәһе М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының  Бәләкәй сәхнәһендә киске сәғәт 19.00 башлана. Инеү бушлай.

 

Автор:
Читайте нас